С нами 17149 учителей, 7296 учеников.
Присоединяйтесь – это бесплатно!
843
моих комментария
1
блог
0
сообществ
2
учебных материала
0
статей
0
мастер-классов
0
экскурсий
0
дискуссий
0
новостей
Айгуль Шарипова, (на сайте с 15.01.2016 г.)
Был(а) на сайте 2 года назад
Рейтинг: 28.91/944
151 387
просмотров
236
комментариев
569
место в рейтинге
Моя педагогическая философия
       
Моя педагогическая философия
Минең педагогик фәлсәфәм
Мин – уҡытыусы.
 Йәшәү бәхете- күңел сафлыҡта,  
                                                         Йәшәү бәхете- дуҫлыҡ, хаҡлыҡта
                  Йәшәү бәхете- илең, халҡың өсөн
             Хеҙмәт аша тыуған шатлыҡта.
З.Биишева.
 
Мин Балаҡатай районы Айҙаҡай ауылында донъяға килгәнмен. Бәләкәйҙән уҡытыусы һөнәре күңелемә яҡын. 8-се класты тамамлағас, ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау тыуманы, сөнки Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға барыуым билдәле ине. Училищела уҡыған дүрт йыл бик тиҙ үтеп тә китте. Ҡулға диплом алған көн иң бәхетле көн. Хеҙмәт юлымды Балаҡатай  районы Тарҙау ауылында башланым. Тәүге дәрес әлегеләй күҙ алдында. Балаларҙың аптыраулы ҡараштары, үҙемдең тулҡынланыуым... 1992 - 2002 йылға саҡлы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләнем.                                                                                              
2002 йылда яҙмыш мине Урғалы урта мәктәбенә алып килде. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлымды дауам иттем. Белемемде камиллаштырыу өсөн  М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға индем.  2011 йылда юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлап, ҡулыма башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы дипломын алдым.
            Мин үҙемде бәхетле кеше тип һанайым. Ә нимә һуң ул бәхет?   Был һорауҙы һәр кем үҙенә ҡабат- ҡабат бирә. Бер һүҙ менән генә яуап ҡайтарыуы мөмкин түгел. Һәр кем «бәхет» төшөнсәһен төрлөсә аңлай. Ҡайһы бер кеше һау- сәләмәт булыуҙы, кемдер аҡсалы булыуҙы ҙур бәхет тип иҫәпләй. Әлбиттә, донъялағы һәр кеше бәхетле булырға хаҡлы.
            Мин бәхетле әсә.  Өс улға ғүмер бүләк иткән кеше. Ошонанда, ҙурыраҡ бәхет бармы икән был донъяла! Һәр балам миңә ҡәҙерле.   Һәр береһенә ҡарап һоҡланам, һәр береһенә яҡшы теләктәр теләйем, бик бәхетле, илгә кәрәкле кеше булһындар тигән теләктә йәшәйем. Үҙемде аңлаған, минең өсөн өҙөлөп торған тормош иптәшемдең булыуы ла оло бәхет.
Мине яратып, һағынып көтөп алған туғандарым бар. Беҙ бер-беребеҙ өсөн, шатлыҡ булғанда - шатланабыҙ, ҡайғы килһә - ҡайғырабыҙ, һәр беребеҙгә терәк булып бергә - бергә йәшәйбеҙ. Юҡҡа ғына «Алдыңда ышаныс булһын, артыңда таяныс булһын», тимәгәндәр бит.
Мин бәхетле! Минең яратып башҡарған эшем бар.
                                                     Уҡытыусы - ниндәй гүзәл исем!      
                                                      Кеше итеп  һине әҙерләй                                                                                                         Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,                                                         
Кескенәнән һөйә, ҡәҙерләй.
Ысынлап та, халҡыбыҙҙың  бөйөк улы, халыҡ шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың был шиғыр юлдары менән килешмәү мөмкин түгел. Заман ни тиклем генә алға бармаһын,  ниндәй генә алдынғы технологиялар уйлап табылмаһын, белем алыуҙың ниндәй генә киң даирәләре булмаһын, уҡытыусы иң изге, иң кәрәкле һөнәр булып ҡала. Бәлки минең фекерем менән килешмәүселәр ҙә барҙыр, сөнки замана алға киткән һайын уҡытыусы һөнәре саҡ ҡына ситкә ҡыҫырыҡланған кеүек. Әммә ҙур тормош юлына илтеүсе, тәүге белем баҫҡыстарына баҫтырыусы, серҙәренә мәңге төшөнөп бөтә алмаҫлыҡ матур ҙа, ауыр ҙа донъяны танытыусы бөйөк зат бит  уҡытыусы!  
Һәр кешенең  тормошонда уҡытыусы менән бәйле иң ҡиммәтле, яҡты иҫтәлектәр һаҡлана. Уҡытыусылар бер-береһенә оҡшамағандар: һәр ҡайһыһының үҙ характеры, үҙ талаптары. Береһе йомшаҡ, икенсеһе уҫал. Ышанығыҙ, дуҫтар, улар барыһы ла бер мөһим нәмә менән оҡшаштар: мөғәллимдәр араһында бер кем дә үҙ уҡыусыларына насарлыҡ теләмәй, ә киреһенсә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙа. Уҡытыусы балалар менән бергә ғүмер һуҡмағы уйлап бара.
Уҡытыусы! Был һүҙҙең мәғәнәһе күп төрлө. Һәр кем уны үҙенсә аңлай…
Күренекле шағир В.Гёте: “Һәр бер белем биргән кеше иғтибарыбыҙҙы яулай алһа, ул уҡытыусы була,” – тигән.
Минең өсөн был һөнәр балаларҙың шаулы тауышы, шаян ҡараштары менән бәйле.
Уҡытыусы аҙ булһа ла тылсымсы булырға тейеш. Бала саҡта фантазия һәм хыялға бирелмәгән бала юҡтыр, моғайын. Бәләкәй йән эйәләре төрлө мөғжизәләр, әкиәттәр, асыштар көтә…
Эйе, уҡытыусы һөнәренең бик етди һәм яуаплы булыуын бик яҡшы аңлайым. Уны йылдар үткән һайын нығыраҡ төшөнәм, сөнки һәр баланың ғүмере, киләсәге уҡытыусы ҡулынан үтә. Ул үҙ янына  балаларҙы туплай, уҡыусыларына йәшәү серҙәрен , насар  юлға аяҡ баҫмаҫҡа, ата- әсәңде ихтирам итергә, Тыуған илеңде яратырға, уға тоғро хеҙмәт итергә өйрәтә.
 Мин үҙем менән уҡыусылар араһына сик ҡуймайым, уларға ҡарағанда, үҙемә талапты юғарыраҡ ҡуям. Сөнки балаларҙа ихласлыҡ, һиҙгерлек, яғымлылыҡ, яҡшылыҡ кеүек сифаттарҙы тәрбиәләү өсөн, үҙеңдә лә ошо сифаттарҙың булыуы мөһим. Тик шул саҡта ғына ике арала ышаныслы мөнәсәбәт буласаҡ. Һәр саҡ хәтеремдә тотам: “Ни сәсһәң, шуны урырһың”.
Һәр бала дәрескә яңы үрҙәрҙе яулар өсөн килә һәм уҡытыусы балала булған осҡондо һүндермәй тоҡандырып ебәрергә тейеш.
      Башҡорт теле уҡытыусыһы булыуым миңә икеләтә талаптар ҡуя. Беҙ, беренсенән, туған телде өйрәтһәк, икенсенән, Тыуған  илебеҙгә - Башҡортостанға һөйөү тойғоһо тәрбиәләргә, үҙ илен, телен ысын йөрәктән яратҡан шәхестәр үҫтерергә тейешбеҙ. «Иле барҙың теле бар» тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Хәҙерге заманда күп милләтле республикала, бигерәк тә беҙҙең урыҫлашҡан ауылыбыҙҙа, әлбиттә, башҡорт теле уҡытыусыларына бик ауыр шарттарҙа эшләргә тура килә. Төрлө ата- әсәләр бар, береһе әйтә, «Өйрәнһен, белһен башҡорт телен», ә ҡайһы берҙәре: «Нимәгә кәрәк ул?», -тип кенә ебәрә. Шулай булғас, беҙ, уҡытыусылар, ата- әсәләр менән дә, уларға төрлө аңлатыу юлдарын да өйрәтергә тейешбеҙ.
            Балаларҙы беҙ – илебеҙ киләсәге тибеҙ, ә киләсәк бөгөндән башлана. Йәғни, бөгөн беҙ  балаларға ниндәй белем, тәрбиә бирәбеҙ, киләсәгебеҙ ҙә шундай буласаҡ. Көн дә иртән мин Тыуған илемдең киләсәге менән осрашам, уның бөгөнгө шатлыҡтары, хәсрәттәре менән уртаҡлашам.
    Уҡытыусы ғүмер буйы уйлана, эҙләнә, камиллаша. Ул  уҡыусыны үҙ аллы тормошҡа әҙерләй. Балаларҙың яратҡан әкиәт геройы Каролсон әйтмешләй, кешегә һәр биш минут һайын иң яҡшы һүҙҙәр табып әйтергә кәрәк. Шунда баланың бәләкәс йөрәге асыласаҡ. Был асҡысты таба белеү бик мөһим.
 Илебеҙ киләсәге балалар, ә уларҙың белеме, тәрбиәһе беҙҙең ҡулда. Беҙ уҡыусыларыбыҙ күңеленә киләсәк орлоҡтары һалабыҙ, улар булдырған киләсәктә үҙҙәре генә түгел, беҙ ҙә йәшәйәсәкбеҙ. Шуға күрә лә уҡытыусы тарафынан уҡыусы күңеленә һалынған орлоҡ ышаныслы, тос булһын, тормош ҡырауҙарына, әсе ел-дауылдарына бирешмәһен, киләсәктә гөрләп сәскә атһын һәм мул емештәре менән Тыуған илемде, халҡымды ҡыуандырһын!
 Мин үҙемдең дәрестәремде күңелле, төрлө алымдар ҡулланып үткәрергә тырышам. Бындай дәрестәр уҡыусыларға оҡшай.
            Ғүмер үҙгәрә, беҙ ҙә үҙгәрәбеҙ һәм беҙҙең уй-аҡылдарыбыҙ тик яҡшы яҡҡа ғына үҙгәрергә тейеш. Иң мөһиме минең өсөн күҙ алдымда мине аңлаусы, ҡыҙыҡһыныусы, дәртле күҙҙәр булһын. Был минең өсөн иң ҙур бәхет.
                                                              

Комментарии (236)

Начало Сюда 1 2 3 4 5 6 38 39 40 Последняя

#1 Айгуль Минивасильевна, добрый вечер. У Вас яркое, интересное, просто отличное портфолио. Примите мой Вам + для поддержания Вашего рейтинга на сайте.
Екатерина Морозова, дата: 22.02.2023 в 21:06  
#2 Айгуль Минивасильевна, Поздравляю Вас с днем рождения. Сегодня день, когда Вам можно всё, и я желаю Вам провести его с улыбкой на лице и удовольствием в душе. Пускай Ваше сердце всегда радуется мелочам, а улыбка не исчезает с лица. Искренне желаю Вам простого женского счастья и, конечно, крепкого здоровья. Удачи Вам, достатка, положительных эмоций и добра. С днем рождения!
Екатерина Морозова, дата: 21.02.2023 в 20:14  
#3 Айгуль Минивасильевна, Хочу поздравить Вас сегодня С прекрасным и волшебным днем! Пусть будет он теплом наполнен, Пусть много счастья будет в нем. Желаю радости, здоровья, Пусть балует удача Вас, И грусть обходит стороною, Пусть светлым будет каждый час!
Екатерина Морозова, дата: 21.02.2022 в 17:04  
#4 Айгуль Минивасильевна, здравствуйте! Поздравляю Вас с днем рождения! Желаю творческих успехов, крепкого здоровья, весеннего солнечного света и хорошего настроения! Очень понравились Ваши увлечения, цветы и вязанные предметы. Мой + в копилку.
Елена Сигаева, дата: 22.03.2021 в 17:17  
#5 Айгуль Минивасильевна, С днем рождения! Желаю, чтобы всё задуманное сбылось, чтоб дом был полной чашей, чтобы рядом с Вами всегда были самые близкие и надежные люди, а счастье, здоровье и любовь остались с Вами еще на ближайшие сто лет. Поэтому оставайтесь всегда молодой и веселой!
Екатерина Морозова, дата: 21.02.2021 в 10:16  
#6 Айгуль Минивасильевна, здравствуйте.Поздравляю Вас с днем рождения! Здоровья Вам и всего светлого и доброго!
Татьяна Спиридонова, дата: 21.02.2019 в 4:27  
Чтобы оставить комментарий, пожалуйста, зарегистрируйтесь и авторизируйтесь на сайте.
ВЕРСИЯ ДЛЯ СЛАБОВИДЯЩИХ