С нами 17182 учителя, 7302 ученика.
Присоединяйтесь – это бесплатно!
15
моих комментариев
0
блогов
3
сообщества
0
учебных материалов
0
статей
0
мастер-классов
0
экскурсий
0
дискуссий
0
новостей
Инзиля Рафаэловна, (на сайте с 17.01.2024 г.)
Был(а) на сайте 1 месяц назад
Рейтинг: 2.62/45
3 635
просмотров
25
комментариев
4 331
место в рейтинге

ПЕДАГОГИК ЙҮНӘЛЕШЕМ. ПЕДАГОГИЧЕСКОЕ НАПРАВЛЕНИЕ.
Маҡсатымды тормошҡа ашырҙым. Күпме көс түгеп, күпме китаптар уҡып, йоҡоһоҙ төндәр үткәреп, мин ул бөйөк һөнәргә эйә булдым. Мин – тәрбиәсе! Был миңә - ғорурлыҡ. 
     Тәрбиәсе – Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләгән, ил ғорурлығы һәм таянысы. Мәғариф системаһында ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, улар һәр саҡ үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡала. Тәрбиәсе – ябай һөнәр түгел, ул – бала күңеленең белгесе.
Был изге һөнәремә 25 йыл тоғро хеҙмәт итәм.  Көн һайын яратҡан балалар баҡсаһына  ашығам. Унда мине нисәмә күҙҙәр көтә. Һөйөклө балаларымды  күреү, уларға белем һәм тәрбиә бирә алыу – минең өсөн ҙур бәхет.           

      Минең бурысым – кесе йәштәге балаларға тәрбиә биреү,уларҙы  төрлө яҡлап уҫтереү,  ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған телебеҙҙе һаҡлау,  илебеҙҙең киләсәгенә еткереү, халҡыбыҙ тарихына,  мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ихтирам тәрбиәләү. Илебеҙ киләсәге- балалар, ә уларҙың белеме, тәрбиәһе беҙҙең ҡулда. Беҙ балаларҙың күңеленә киләсәк орлоҡтары һалабыҙ, улар булдырған киләсәктә үҙҙәре генә түгел, беҙ ҙә йәшәйәсәкбеҙ.Шуға күрә лә тәрбәсе тарафынан бала  күңеленә һалынған орлоҡ ышаныслы, ныҡ булһын, тормош ҡырауҙарына, әсе ел-дауылдарына бирешмәһен, киләсәктә гөрләп сәскә атһын һәм мул емештәре менән Тыуған илемде, халҡымды ҡыуандырһын!
 
МИНЕҢ ЭШ ЙҮНӘЛЕШЕМ. МОЕ НАПРАВЛЕНИЕ РАБОТЫ.
БАЛАЛАРҘЫ ӘХЛАҠИ-ПАТРИОТИК ТӘРБИӘЛӘҮ. НРАВСТВЕННО- ПАТРИОТИЧЕСКОЕ ВОСПИТАНИЕ ДЕТЕЙ.

Балаларға әхлаҡи – патриотик тәрбиә биреү.

Тел – милли рух тәрбиәләү нигеҙе.
         Телде өйрәнеү балаларҙа  тыуған илгә һөйөү, әхлаҡи мәҙәниәт, гражданлыҡ әүҙемлеге тәрбиәләргә мөмкинлек бирә. Беҙҙең республикала йәшәүсе һәр милләт балаһы үҙ туған телен өйрәнеү мөмкинлегенә эйә.
        Туған телде өйрәнеү аша кеше үҙ та­мырҙары менән таныша, башҡа милләт­тәрҙең теленә, мәҙәниәтенә хөрмәт менән ҡарарға өйрәнә. Был иһә халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты һаҡлап алып ҡалыуҙың мөһим шарты булып тора. Симон Львович Соловейчик : «Бала әхлаҡи тәрбиәне, йәғни нимә яҡшы, нимә насар, тигән төшөнсәне әсә һөтө менән түгел, ә туған телен үҙләштереү процесында ала»,- тип яҙҙы.
     Тел - ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған, бер ҡасан да иҫкермәҫ рухи хазина. Тап бөгөн бала күңеленә башҡортлоҡ тойғоһо һалыу, тел ҡәҙерен белергә өйрәтеү - рух тәрбиәһендә иң мөһимелер. Үҙ-ара мөмкин тиклем күберәк аралашып йәшәү, милли рухтың сая һаҡсылары булған зыялылар менән йышыраҡ осрашыу, алһыҙ-ялһыҙ тырышып эшләгән рухлы шәхестәребеҙҙең хеҙмәтен күреп баһалау, милләтенә, туған халҡына йөрәгендә оло ихтирам йөрөткән балаларыбыҙҙы дәртләндереү, башҡорт телен өйрәтеүҙе  фәнни нигеҙҙә ҡороп, алдынғылар рәтенә сығарыу, һәр баланың һәләтен үҫтереү, халыҡ педагогикаһына таяныу - рухи тәрбиә биреү ҙә этәргес көс ул. Үҙ ғәмәлдәреңә ҡарата дөрөҫ, ғәҙел баһа биреү, изгелеккә, таҙалыҡҡа, илһөйәрлеккә, телһөйәрлеккә ынтылыу һәм үҙ артыңдан балаларыңды әйҙәү - рухилыҡтың асылы. Рухи яҡтан камил кеше тел ҡәҙерен онотмаҫ. Беҙҙең бурыс - телебеҙҙе үҫтереү.
        Тел – кешелек йәмғиәтенең иң ҙур ҡаҙанышы.
     Донъяла кеше бер үҙе генә йәшәй алмай, ул башҡа кешеләр менән аралашыуға мохтаж. Телһеҙ аралашып, аңлашып булмай. Телһеҙ шәхестең, кешелек йәмғиәтенең, фәндең, мәҙәниәттең үҫеше мөмкин түгел. Тел аша оло быуын йәш быуынға үҙенең тормош тәжрибәһен, өгөт-нәсихәттәрен, рухи байлығын тапшыра килгән. Фәҡәт тел аша ғына үткәнебеҙҙе, бөгөнгөбөҙҙө, киләсәгебеҙҙе аңлайбыҙ. Бының өсөн һәр яңы быуын әсә телен яҡшы белергә, өйрәнергә тейеш.
      Балалар – киләсәгебеҙ, уларға әхлаҡи һәм патриотик тәрбиә биреү, тыуған илдең матурлығын, уға ҡарата ихтирам һәм ғорурлыҡ хистәре уятыу – беҙҙең бурыс.
         Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһы.
      Тыуған илгә, милләткә, телгә һөйөү тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһы ҙур роль уйнай. Бәләкәстәрҙе башҡорт халҡының милли кейеме, музыка ҡоралдары менән таныштырып, бейеү-йырҙарын өйрәтеп, беҙ уларҙа сәнғәткә һөйөү тойғоһо уятабыҙ. Был бер яҡтан эмоциональ хис-тойғоларҙы үҫтерһә, икенсе яҡтан телмәргә йоғонто яһай.
      Халыҡ ижады менән таныштырғанда балаларҙың уйлап сығарыу һәләте, ижадҡа ынтылышы, тирә-яҡҡа ҡарашы формалаша. Ә сәнғәт әҫәрҙәре, милли биҙәктәр, орнаменттар, ҡул эштәре менән таныштырып, уларҙа эстетик тәрбиә менән берлектә үҙ милләте өсөн ғорурлыҡ тойғолары үҫтерәбеҙ.  Ғөмүмән, халыҡ педагогикаһы Башҡортостандың яңы гражданинын тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай. Ғалим К.Д. Ушинский халыҡ педагогикаһын тәрбиә эшендә мөһим факторҙарҙың береһе, тип иҫәпләй. “Халыҡта ниндәйҙер билдәле бер характерлы тәрбиә системаһы йәшәп килә... Тик халыҡ тәрбиәһе, йәғни уның педагогикаһы ғына тарихи дәүер осоронда иң йәнле орган булып ҡала”, – тип яҙған Ушинский.
   -    Беҙ барыбыҙ ҙа яратып уҡыған, тыңлаған әкиәттәр халыҡ педагогикаһының төп компоненттарына инә. Улар яҡшылыҡты айыра белергә, туғанлыҡ, дуҫлыҡ кеүек һүҙҙәрҙе төптән аңларға өйрәтә.
   -  Йомаҡ-мәҡәлдәрҙе икенсе төрлө “Боронғолар һүҙе” тип тә әйткәндәр. Мәҡәлдәрҙә өгөт-нәсихәт, кәңәш биреү ысулдары төп урында тора. Әйтем-мәҡәлдәр ололар һүҙенә ҡолаҡ һалырға, ихтирам итергә өйрәтә. Эшкә, хеҙмәткә оло хөрмәт менән ҡарарға саҡырған мәҡәлдәр күп. Тыуған илгә һөйөү тойғолары тәрбиәләүҙә лә уларҙың роле әйтеп бөтөргөһөҙ. Мәҡәлдәрҙе тәрбиә эшендә ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирәсәк. Йыр-бейеү, өзләү, төрлө милли музыка ҡоралдары менән танышыу балаларға сәнғәт донъяһына юл асырға булышлыҡ итә. 
Тәрбиә эше дөйөм бер принципҡа ҡоролорға һәм берҙәм булырға тейеш. Әлбиттә, тәрбиә эше тик тәрбиәселәрҙән генә тормай, ғаилә һәм йәмғиәттең йоғонтоһо ла ҙур. Кескәйҙәрҙә үҙе йәшәгән еренә һөйөү тәрбиәләгәндә халыҡ педагогикаһына таянмау мөмкин түгел. Сөнки фән дә уның нигеҙендә барлыҡҡа килгән бит.
       Бәләкәйҙән балаларға бәхеттең матди байлыҡтан тормауын төшөн­дөрөү мөһим, тигән фекерҙе, бәлки, бәғзеләр көлөмһөрәп ҡабул итер. Ләкин тап ошондай тәрбиә уларҙы ҡулланыу культы ҡорбаны булыуҙан һаҡлап ҡалыр. Белемен үҫтереүҙән, илһамланып ижад итеү­ҙән, һөнәр арттырыуҙан, башҡа­ларға ҡыҙыҡлы шәхес булыуҙан үҙен бәхетле тойған бала ялған ҡиммәт­тәр ҡапҡанына эләкмәҫ. Көндәлек шатлыҡтар, ҙур еңеүҙәргә илтәсәк кескенә уңыштар – ошоларҙан йәм табыу, атай-әсәй һөйөүе менән үрелеп, уға рухи ҡалҡан булыр. 
       Ватансыллыҡ (патриотизм) – Тыуған илгә, ергә, уның хал-ҡына, теленә, диненә, тарих һәм мәҙәниәтенә ҡарата һөйөү. М.Горький әйтеүенсә, туған телеңде һөймәйенсә үҙ илеңде ысын һөйөп булмай. Шуның өсөн һәр бер халыҡ үҙенең телен һаҡлап ҡалырға тейеш. Сөнки тел - әсә теле – быуындан быуынға тороп ҡалған тарихи тәжрибә хазинаһының асҡысы. Балаларҙы милли мәҙәниәт менән баласаҡтан уҡ таныштырыу, улар-ҙы ысын шәхес итеп тәрбиәләү – мөһим эш.
       Минеңсә, был тойғо үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй. Уны уятыр өсөн балаларҙа ынтылыш тыуҙырырға кәрәк. Был тәрбиәсенең йәмәғәтселек һәм илебеҙ алдында торған бурысы. Ошо яуаплылыҡты тәрбиәсе  дәрестәрендә атҡарырға тырыша һәм уның өсөн төрлө методик алымдар ҡуллана. Һәр бер дәрестәрҙә балаларҙың аңында, күңелендә ҡалдырырлыҡ итеп үткәрә.
      
  

Комментарии (25)

Начало Сюда 1 2 3 4 5 Последняя

#1 Инзиля Рафаэль ҡыҙы, здравствуйте у вас здорово, от меня +)
Анна Петровна Чернова, дата: 07.05.2024 в 19:13  
#2 Инзиля Рафаэль ҡыҙы, удивительно красивое портфолио и наполнено интересным материалом! Оформление в национальном стиле отличное.
Ольга Гудкова, дата: 15.04.2024 в 18:11  
#3 Инзиля Рафаэль ҡыҙы, спасибо за приглашение на вашу страничку. Очень хорошо, что на компьютере есть переводчик, и я смогла прочитать всю интересную и полезную информацию, которую содержит ваше портфолио!
Наталья Поняева, дата: 09.04.2024 в 21:55  
#4 Инзиля Рафаэль ҡыҙы, приветствую Вас на сайте! Желаю успехов! Мой + в поддержку.
Алла Дзарасова, дата: 20.02.2024 в 21:08  
#5 Инзиля Рафаэль ҡыҙы, очень рада знакомству! От меня "+" в вашу копилку
Ольга Жиганшина, дата: 19.02.2024 в 10:44  
#6 Инзиля Рафаэль ҡыҙы, рада приветствовать Вас на сайте! Было интересно познакомиться с Вашим потрфолио )
Ирина Винокурова, дата: 10.02.2024 в 10:17  
Чтобы оставить комментарий, пожалуйста, зарегистрируйтесь и авторизируйтесь на сайте.
Страницы
ВЕРСИЯ ДЛЯ СЛАБОВИДЯЩИХ